Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана06.05.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төндә төньяҡ райондарҙа 0, -1° булыуы, ҡырау төшөүе көтөлә. 7 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, тиҙлеге секундына 3-8 метр, көндөҙ урыны менән секундына 13 метрға етеүе мөмкин.


Һауа температураһы төндә +5, +10°, төньяҡ райондарҙа 0, -1° тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +17, +22°. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-06/v-bashkirii-prognoziruyutsya-zamorozki-do-1-4225254



Вернуться назад