Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары Павел Качкаевты хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкин
Өфө хакимиәтенә ингән урында ҡаланың элекке мэры Павел Качкаев хөрмәтенә хәтер мемориалы ойошторолған. Муниципалитет хакимиәтенең телеграм-каналында билдәләүҙәренсә, бында теләгән һәр кем уны ихтирам менән иҫкә алып, сәскәләр ҡалдыра ала.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2003-2011 йылдарҙа Өфө мэры булған һәм баш ҡала үҫешенә тос өлөш индергән Павел Качкаевтың ҡапыл вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйне.