Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте06.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Дәүләт йыйылышы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында берҙәм мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт Думаһына «Совет халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүен мәңгеләштереү тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты индерелә. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Берҙәм интернет-ресурс Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың: фронттан ҡайтҡандарҙың, һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың хәтерен мәңгеләштереүгә хеҙмәт итергә тейеш. Шулай итеп, тикшерелгән мәғлүмәттәр һәм архив документтарының күсермәләренә һылтанмалар менән рәсми мәғлүмәт сығанағы булдырыла. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, хәҙер бер нисә сайтта ошондай мәғлүмәттәр бар. Шуға бәйле хаталар булыуы һәм мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе ихтимал. Берҙәм ресурс ветерандарҙың ейән-ейәнсәрҙәренә лә , тикшеренеүселәргә лә, тарихсыларға ла файҙалы булырға тейеш. Ул Еңеү тураһында хәтерҙе киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-06/bashkiriya-predlozhila-sozdat-bazu-dannyh-uchastnikov-velikoy-otechestvennoy-4224594



Вернуться назад