Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты05.05.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһынан скриншот

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет башлыҡтарына «быйылғы иң мөһим ваҡиғаға» – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына лайыҡлы әҙерләнергә ҡушты. Байрам ойошторолған майҙансыҡтарҙа халыҡтың именлеген тәьмин итеү, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү мөһим, тип билдәләне Радий Хәбиров.


«Беҙ был байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн ҙур программа әҙерләнек. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Әлбиттә, һәр берегеҙҙең үҙ программаһы бар. Беҙ республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрергә булдыҡ. Мөһим сарала кешеләр күп ҡатнаша, был иһә ҙур яуаплылыҡ. Мин бик яуаплы булыуығыҙҙы һорайым. Республиканың идара итеү командаһы өсөн 9 май – байрам, әлбиттә, әммә ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Муниципалитет башлыҡтарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт күрһәтеүҙәрен һорайым. Был көндө һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын өсөн тырышығыҙ», – тине республика етәксеһе.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-05/glava-bashkirii-poruchil-dostoyno-organizovat-prazdnovanie-dnya-pobedy-4223459



Вернуться назад