Социаль фондтан республикала байрам алдынан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр05.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Социаль фондтан республикала байрам алдынан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр

Ғаиләләргә 3 йәшкә тиклемге бала өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ аҡса бөгөн, 5 майҙа, күсерелә. Эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә йәш ярымға тиклем пособие пособие ғәҙәттәгенән иртәрәк — 7 майҙа түләнә, тип иҫкә төшөрҙөләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.


«Республикала пенсия түләү көндәре майҙың байрам һәм ял көндәренә тап килмәү сәбәпле, аҡса ғәҙәти график буйынса: почта аша — 3-25 майҙа, банк иҫәбенә — 12, 21 һәм 23 майҙа күсә», — тип  өҫтәнеләр Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.


Бынан алдараҡ Социаль фондта Башҡортостанда йәшәүселәргә отпуск ваҡытында эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләү тәртибен аңлаттылар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-05/v-sotsfonde-napomnili-predprazdnichnyy-grafik-vyplat-posobiy-v-bashkirii-4223290



Вернуться назад