Сентябрҙә «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бронепоезд ҡуйыла
Өфөлә «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эше дауам итә. Буш ятҡан урын өфөләрҙе йәлеп итеү урындарының береһенә әүерелде, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Бында ҡыҙыҡлы объекттар төҙөлә, уҡыусылар экскурсияға килә. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, сентябрҙә стела янындағы скверҙа бронепоезд ҡуйыу планлаштырыла. Әле әҙерлек эштәре алып барыла.
Бынан тыш, скверҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән заманса двигатель ҡуйыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, стела тирәһендәге биләмә республика ҡаҙаныштарының үҙенсәлекле күргәҙмәһе булмаҡсы.
«Башинформ» 1 майҙа Радий Хәбировтың «Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалыуы хаҡында яҙғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, стела асыу тантанаһы 2022 йылдың 3 ноябрендә үтте. Монумент Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өфөләрҙең хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә арналған.