Рәсәйҙә өс көнлөк эш аҙнаһы башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк эш аҙнаһы башланды. Был Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн билдәләү менән бәйле.
Ял көндәре 8 майҙан 11-нә тиклем дауам итә. 7 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел.
Башҡортостанда киләһе оҙайлы байрам көндәре июнь айында көтөлә. 6 июнь – Ҡорбан байрамы, ә 12 июнь – Рәсәй көнө.
Бынан алдараҡ 9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды.