Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды05.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам – Йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәре көнө барлыҡҡа килде. Республика Башлығы Радий Хәбиров уны булдырыу тураһында законға ҡул ҡуйған. 24 апрелдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы норматив актты ҡабул итте, тип яҙғайны «Башинформ».


Яңы байрам июндең һуңғы шәмбеһендә, Йәштәр көнөндә билдәләнә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы һөнәри байрам булдырыу тураһында ҡарар йәштәр менән эшләгән белгестәрҙең әһәмиәтен һәм йәштәр сәйәсәтенең ролен таныу хаҡында һөйләй.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте өлкәһендә 68 учреждение эшләй, улар 179 йәштәр клубын һәм үҙәген берләштерә, ә муниципалитеттарҙа 1500-гә яҡын белгес иҫәпләнә. 2025 йылдың мартында Башҡортостанда элекке дәүләт комитеты нигеҙендә йәштәр сәйәсәте министрлығын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-05/v-bashkirii-uchredili-novyy-professionalnyy-prazdnik-4223192



Вернуться назад