«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» үҙенең тауар билдәһен теркәне
«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-патриотик хәрәкәте Роспатентта акцияның эмблемаһын теркәне. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итә.
Заявкаға ярашлы, был логотип менән Рәсәйҙә 2033 йылға тиклем ювелир биҙәүестәр, сумкалар, рюкзактар, һауыт-һаба, баш кейемдәре, уйынсыҡтар, шулай уҡ боеприпастар, патрондар, атыу ҡоралы өсөн прицелдар етештерергә һәм һатырға мөмкин.
Бынан алдараҡ Өфөлә «Үлемһеҙ полк»ты ойоштороу хаҡында һөйләнеләр.