Башҡортостанда +25 градусҡаса йылыта
Дүшәмбе, 5 майҙа, Башҡортостанда һауа температураһының +25°тиклем күтәрелеүе фаразлана. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, тип хәбәр итә Башгидромет.
Шишәмбе, 6 майҙа, шулай уҡ төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, таулы райондарҙа +3° тиклем, көндөҙ +17, +22°.
Шаршамбы, 7 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +16, +21°.