Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана30.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 30 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14°.


Кесаҙна, 1 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +1, +6, көндөҙ +8, +13°.


Йома, 2 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3°, ҡырау төшә, көндөҙ +10, +15°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-30/v-bashkirii-prognoziruyutsya-nebolshie-dozhdi-i-zamorozki-4218972



Вернуться назад