9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш30.04.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш

Еңеү көнөндә Башҡортостанда власть органдары биналарын Еңеү байрағының күсермәләре биҙәй. Был - II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се Идрица уҡсылар дивизияһы әләме. 80 йыл элек Берлинда тап уны рейхстагка ҡаҙағандар. Еңеү символын ҡулланыу тәртибе республика законы менән нығытылған. Уны үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Еңеү байрағы – фашизмды еңеүҙең төп символдарының береһе. Был Ватанды һаҡлаған, донъяны фашизмдан азат иткән ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә хөрмәт билдәһе булып тора. Еңеү көнөндә дәүләт власы органдары биналарына Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән бер рәттән Еңеү байрағы ла эленергә тейеш. Байраҡты Еңеү көнөнә арналған башҡа тантаналы сараларҙа ҡулланырға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-30/9-maya-na-zdaniyah-uchrezhdeniy-bashkirii-vodruzyat-kopii-znameni-pobedy-4219321



Вернуться назад