9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды
9 майҙа Өфөлә тантаналы саралар уҙғарылған ваҡытта Октябрь проспектында Галле урамынан Кольская урамына тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә. Был хаҡта республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
8-11 майҙа ҡала транспорты ял көнө графигы буйынса эшләй. Автобустар Комсомол, Рәсәй, Зорге һәм Блюхер урамдарынан йөрөй. 13-сө һәм 22-се троллейбустар йөрөмәй.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостанда май байрамдарына электричкалар хәрәкәте графигының үҙгәреүе хаҡында хәбәр иткәйне.