Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған29.04.2025
Фото: «Башкортостан сегодня» телеграм-каналы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 472 кеше яҙған, тип хәбәр итә акцияны ойоштороусылар. Быйылғы диктант текстарының авторҙары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөһрә Ҡотлогилдина, яҙыусы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова. Улар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, офлайн майҙансыҡтарҙа 332,9 мең кеше диктант яҙһа, 72,5 мең ҡатнашыусы онлайн форматты һайлаған. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән – 18,4 меңдән ашыу, башҡа илдәрҙән 1,6 мең кеше башҡорт теленән белемен тикшергән.


Башланғыс кимәлгә 152,3 мең кеше өҫтөнлөк биргән, 167,4 меңе – иркен аралашыусылар өсөн, тағы 85,6 меңе төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙған.


Әйткәндәй, быйыл халыҡ-ара акция 11-се тапҡыр ойошторолдо. Башҡорт теленән диктантҡа ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2019 йылда был диктантты — 70 меңгә яҡын, ә былтыр  410 мең самаһы кеше яҙған.


Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә сайтта баҫылып сыға. 2025 йылғы диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-боттан ебәрелә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-29/mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-napisali-bolee-405-tysyach-chelovek-4218074



Вернуться назад