Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә
Башҡортостанда Һуғыш балалары статусына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 2-шәр мең һум аҡса түләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡуйған.
Һүҙ 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һәм республикала даими йәшәгән кешеләр тураһында бара. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда улар 100 меңдән ашыу иҫәпләнә.
«Республиканан 2 мең һумды 108 меңгә яҡын ветеран алырға тейеш. Ветерандарҙың айырым категорияларына Еңеү көнө айҡанлы аҡса федераль бюджеттан түләнә. Был Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы, Японияға ҡаршы һуғыш осоронда һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына, һәм башҡаларға ҡағыла. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге аҡсаны 9 майға тиклем тарата, бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй», — тине Башҡортостандыңғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында республика законы 2021 йылда ҡабул ителде.