Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар
29 апрелдә Өфөнөң барлыҡ белем биреү учреждениеларында Бөтә Рәсәй күнекмәләре үткәрелә. «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, саралар Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының Бөтә Рәсәй күнекмәләренә әҙерлек планы сиктәрендә ойошторолған.
Уҡытыусылар, уҡыусылар, һаҡсылар һәм персонал комплекслы сценарий буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итергә өйрәнә. Күнекмәләр һөҙөмтәһендә хәбәр итеү системаһы, ашығыс хеҙмәттәр менән бәйләнеш булдырыу һәм эш итеү тәртибе тикшерелә.
Бындай саралар хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы реаль хәүеф янаған осраҡта эш итеүгә әҙерләү өсөн үткәрелә, тип белдерҙеләр ҡала мэрияһында.