Башҡортостандың һигеҙ колледжына кластерҙар төҙөүгә гранттар тапшырыла28.04.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың һигеҙ колледжына кластерҙар төҙөүгә гранттар тапшырыла

Башҡортостандың һигеҙ колледжы «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде, тип белдерҙе республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был юғары һөҙөмтә, сөнки башҡа төбәктәрҙә бер-ике генә проект һайлап алынған.


Шулай итеп, кластерҙар төҙөү өсөн колледждарға бөтәһе 800 миллион һум аҡса бүленә. Еңеүселәр исемлегендә Нефтекама машиналар эшләү һәм күп профилле, Кушнаренко күп профилле, Туймазы индустриаль, Башҡортостан аграр-технологик, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледждары, шулай уҡ Бәләбәй механизация һәм электрлаштырыу колледжы, Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы бар.


«Бик яҡшы һөҙөмтә. Был аҡсаға үҙебеҙҙең һәм индустриаль партнерҙарҙың аҡсаһын өҫтәйбеҙ ҙә алға табан барабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.


Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, колледждарҙы ремонтлау буйынса төбәк программаһының дауам итә. Шулай итеп, киләһе йылдарҙа бапрлыҡ урта махсус уҡыу йорттарының инфраструктураһын һәм белем биреү базаһын тәртипкә килтереү планлаштырыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-28/vosem-kolledzhey-bashkirii-poluchat-granty-na-sozdanie-klasterov-4216049



Вернуться назад