Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның түбәнәйеүе һәм көслө ел тураһында иҫкәртә28.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның түбәнәйеүе һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе температураның түбәнәйеүе хаҡында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 апрелдә көндөҙ һәм төндә төбәктә елдең урыны менән секундына 26 метрға етеүе фаразлана.


Шулай уҡ боҙлауыҡ, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -5° булыуы, ҡырау төшөүе, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы һәм боҙлауыҡ фаразланыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-28/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-ponizhenii-temperatury-i-silnom-vetre-4216208



Вернуться назад