Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды28.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

Башҡортостанда ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, шулай уҡ 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән ял 4 ғинуарҙан 2 майға (йома) һәм 23 февралдән 8 майға (кесаҙна) күсерелде.


Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа һәм 8-11 майҙа ял итәбеҙ. Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре.


2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.


Башинформ хәбәр иткәнсә,1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-28/v-bashkirii-nachalas-korotkaya-rabochaya-nedelya-4215445



Вернуться назад