Мутлашыусылар Teлеграмға акциялар менән хәүефле һылтанмалар ебәрә28.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Мутлашыусылар Teлеграмға акциялар менән хәүефле һылтанмалар ебәрә

Мутлашыусылар Телеграмға акцияларҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән һылтанмалар ебәреп, аҡса урлай башлаған. Был хаҡта ТАСС Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итә.


 Енәйәтселәр ысынға оҡшаған логотип ҡулланылған мутлашыусылар каналына яҙылырға күндерә. Хәйлә ҡорбанына 70% тиклем кешбэк алырға мөмкинлек биргән акцияла ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Һылтанма буйынса күскәндә банк клиенттарынан смс-хәбәрҙәрҙең кодын һорайҙар, ул шунда уҡ мутлашыусыларға эләгә, тип белдерҙеләр ведомствола.


Бынан алдараҡ «Башинформ» уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡының мутлашыусыларға 20 миллион һумдан ашыу аҡса күсереүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-28/moshenniki-rassylayut-v-telegram-opasnye-ssylki-s-aktsiyami-4215453



Вернуться назад