Красноусолға барып инеү менән яңы төҙөлә башлаған физкультура-һауыҡтырыу комплексы иғтибарҙы йәлеп итә. Уға былтыр нигеҙ һалынған.
Яңы уҡыу йылы башланыуға төҙөүселәр объектты өлгөртөргә ниәтләй.
Бында ике бассейн, ҙур спорт һәм тренажер залдары буласаҡ. Район йәштәре төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Йөҙөү менән дә мауығыусылар бар. Тик бының өсөн ошоға тиклем уңайлы шарттарҙың булмауы ғына спортсыларҙы бошондорған. Ярыштарға әҙерләнер өсөн “Красноусол” шифаханаһынан рөхсәт алып, уларҙың бассейнында шөғөлләнгәндәр. Ғөмүмән, ҡасабала 13 мең кеше йәшәй, шуларҙың яртыһынан күбеһе – 35 йәшкә тиклемгеләр. “Йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнергә дәрте бар. Тик бының өсөн уңайлы урын булыуы фарыз. Комплекс сафҡа инһә, районда спорт тағы ла алға китәсәк, төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, спортсыларыбыҙ яңы еңеүҙәр яулап ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ”, – тине хакимиәт башлығының иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов.
Әлеге мәлдә объектта металл конструкцияларын монтажлау менән шөғөлләнәләр. Олег Перевозчиков етәкселегендәге алты кешелек бригада эште ошо арала тамамларға ниәтләй.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Ғафури районы.