Өфөлә йәмәғәт транспортында һуғыш тураһында йырҙар яңғырай
Өфөлә 9-сы маршрут троллейбусында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Еңеү маршруты» акцияһы ойошторола. Мэрияның мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала ҡаланың төрлө мәҙәниәт учреждениелары артистары ҡатнаша.
«Өфөләр яратҡан йырҙарын тыңлауҙан тыш, артистарға ҡушылып йырлай ҙа ала», — тип белдерҙеләр идаралыҡта.
Акция 29 апрелдә киске сәғәт 7-лә башлана.
0+