Хәбиров Башҡортостанда Креатив индустрияларҙы үҫтереү фондын булдырыу тураһында белдерҙе25.04.2025
Фото: Олег Яровиков

Хәбиров Башҡортостанда Креатив индустрияларҙы үҫтереү фондын булдырыу тураһында белдерҙе

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбиров үҙенең указы буйынса ойошторолған Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрә. Яңы стратегик майҙансыҡта идеялар менән алмашыу, аныҡ проекттарҙы һәм башланғыстар тикшереү, илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн мөһим булған яңы өлкәне үҫтереү ҡарарҙарын ҡабул итеү планлаштырыла.


Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Совет ултырышын йылына ике тапҡыр үткәреү күҙаллана. Артабанғыһы август айында Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0»фестивале барышында ойошторола.


«Был эште координациялау буйынса вәкәләтле орган – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Терәк ойошма итеп Башҡортостан Республикаһының Стратегик эшләнмәләр үҙәге ҡарамағындағы Креатив индустрияларҙы үҫтереү дирекцияһын билдәләйбеҙ. Һеҙҙе уның директоры Мария Орешникова менән таныштырам. Хөкүмәттән 5 майға тиклем дирекция структураһы, уның эшмәкәрлеген финанслау буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым, ул 15 майҙан эшләй башларға тейеш», – тип билдәләне республика етәксеһе.


Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам инструменттары креатив индустрия вәкилдәренә лә ҡағыла. Әйтәйек, льготалы займ, субсидия, поручителлек, шул иҫәптән бизнесты үҫтереү институттары (Гарантия фонды, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге, Башҡортостан микрокредит компанияһы, финанс булмаған ярҙам саралары) аша.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-25/habirov-ob-yavil-o-sozdanii-v-bashkirii-fonda-razvitiya-kreativnyh-industriy-4213415



Вернуться назад