Башҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана25.04.2025

Башҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 апрелдә, көндөҙ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы +16, +21°.


Шәмбе, 26 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен булыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +18, +23°.


Йәкшәмбе, 27 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +18, +23°, төньяҡта  +12, +17°.


 



Вернуться назад