Илдә 2011 йылда ҡабул ителгән “Земский доктор” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Был проектҡа 11 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостанда әлеге программа буйынса 35 йәшкә тиклемге 553 медицина белгесе ауыл еренә ҡайтып, биш йыл эшләргә теләк белдерҙе лә инде.
Уларҙың һәр береһенә бер тапҡыр бер миллион һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнә. Бынан тыш, юғары медицина белеме булған, ауылда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләгән һәм эшләргә теләк белдергән белгестәр тағы 100 мең һум күләмендә аҡсалата пособие аласаҡ. Ауыл ере элек-электән медицина кадрҙарына ҡытлыҡ кисерҙе, бөгөн республика ауылдарында, мәҫәлән, 1300 белгес етешмәй. Был программа киләсәктә ошо көнүҙәк проблеманы ыңғай хәл итергә тейеш.
Күгәрсен районының Мораҡ район үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләгән Лилиә Халиҡова ла “Земский доктор” программаһына эләгеп, тыуған районына эшкә ҡайтыуына һис үкенмәй. Лилиә Рәмил ҡыҙынан тыш тағы ла өс йәш белгес ауыл ерендә эш башлаған.
– Бала саҡтан табип булырға хыялландым, әхирәттәрем менән бер-беребеҙҙе дауалашып уйнап үҫтек. Әле хыялым тормошҡа ашты, – ти Лилиә Халиҡова. – Алла бирһә, белемемде, көсөмдө халыҡтың һаулығын нығытыуға арнаясаҡмын.
Лилиә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған, интернатурала белемен дауам иткән.
Тормош иптәше Илшат менән программа буйынса алынған аҡсаны фәҡәт йорт һалыуға тотонмаҡсылар. Әле йәштәр район үҙәгендә ер участкаһы һатып алған. Төҙөлөштө тиҙ арала башларға торалар.
Туғандарының, дуҫтарының ярҙамына өмөт итә улар. Ата-әсәләре лә ауылда йәшәгәс, йәштәргә һәр яҡлап таяныс.
Самат ҒӘЛИН.
Күгәрсен районы.