Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне24.04.2025
Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан Регина һәм Илшат Лоҡмановтарҙы «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.


«Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы. Дүрт улдары бар. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам спорт менән мауыға, ижади, фәнни конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә, яҡшы уҡырға һәм ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә»,  тине ул Лоҡмановтарҙың татыу ғаиләһе хаҡында.


Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 45 ғаиләгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды, – тип билдәләне министр.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-24/vladimir-putin-nagradil-semyu-iz-bashkirii-4211524



Вернуться назад