Өфөлә Трансляция медицинаһы институтының яңы корпусына нигеҙ һалынды
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы – Трансляция медицинаһы институтының яңы корпусына нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты.
«Медицина университетында ваҡыты-ваҡыты менән осрашып, яңы объекттарға нигеҙ ташы һалыу изге йолаға әүерелде. Беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә, медицина университетында ла барған процестарға бик шатбыҙ, сөнки республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина университетының торошона бәйле. Бөгөн тағы ла бер ҡыҙыҡлы, юғары технологиялы объектҡа нигеҙ һалабыҙ. Минеңсә, ул уҡытыу сифатына ла, квалификацияны күтәреү лә йоғонто яһар, иң мөһиме, заманса медицина тикшеренеүҙәре артыр һәм яҡшырыр. Валентин Николаевич, һеҙҙе, профессор-уҡытыусылар коллективын, хөрмәтле студенттарҙы ҡотлайым», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
БДМУ ректоры Валентин Павлов «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында әйтеүенсә, яңы корпус төҙөлөшөн ике йыл ярым эсендә тамамларға йыйыналар.
«Бөгөн университетыбыҙ тарихында мөһим көн. 40 йыл эсендә тәүге тапҡыр бында яңы төҙөлөш башлайбыҙ. Университет республика халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша, йыл һайын 35 меңдән ашыу операция яһай һәм 100 меңдән ашыу пациентты хеҙмәтләндерә. Беҙгә республика етәкселеге, илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы, мәғариф һәм фән министрлығы ныҡ ярҙам итә. Университет ғилми-белем биреү үҙәге, донъя кимәлендәге кампус һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы кеүек төрлө фәнни проекттарҙа ҡатнаша», – тип билдәләне Валентин Павлов.
Яңы институт асылғандан һуң инновацион эшмәкәрлектә – молекуляр диагностикала, яңы медицина ҡоролмалары, яһалма ағзалар, ген һәм күҙәнәк терапияһы булдырыуҙа алға китеш көтөлә.