“Батырҙы ил онотмаҫ” тигән халыҡ21.06.2012
(“Башҡортостан”, №106, 1 июнь, 2012 й.)

Матбуғат йорто алдында ҙур постамент тора, унда йәш кенә егеттең бюсы ҡуйылған. Тәүләп күргән кеше уның кем икәнен дә белмәйәсәк, сөнки исем-фамилияһы яҡшылап күренмәй, янында кемлеген аңлатҡан яҙыу ҙа юҡ. Был батыр — йәш кенө көйө Башҡортостан өсөн йәнен аямай көрәшкән етәкселәрҙең береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин.

Ш. Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә хәҙерге Күгәрсен районының Бесәнсе ауылында тыуған. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1917—1919 йылдарҙа Өфө губернаһы башҡарма комитеты һәм Стәрлетамаҡ реввоенсоветы ағзаһы, Өфө аҡтарҙан азат ителгәндән һуң — ваҡытлы губерна ревкомы ағзаһы, шунан Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты рәйесе һәм РКП(б) канткомы секретары. 1921–1924 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитетының сәйәси секретары, БАССР-ҙың Эске эштәр наркомы, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары. Егерме һигеҙ йыл ғына йәшәгән егеттең ошо тиклем ҙур һәм яуаплы эштәр башҡарыуы хайран ҡалырлыҡ!
Шул уҡ ваҡытта ул башҡорт әҙәби телен булдырыу комиссияһының рәйесе була. 1917–1924 йылдарҙа гәзиттәрҙә үҙенең 30-ҙан ашыу хикәйәһен, шиғырын, публицистик мәҡәләләрен, мемуарҙарын баҫтыра. 1921 йылда (25 йәшендә!) Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Шәһит Хоҙайбирҙин Кронштадттағы алышта алған ҡаты яраларынан 1924 йылда 28 генә йәшендә Мәскәүҙә вафат була. Бер йәштә генә ҡалған берҙән-бер ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙина — данлыҡлы балерина, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
Тәҡдимем шул: постаментҡа уның исем-фамилияһын алтын хәрефтәр менән яҙҙыртып ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ ил алдындағы хеҙмәте, ҡаһарманлығы хаҡында белешмә лә мотлаҡ урын алырға тейеш. Беҙ халҡыбыҙҙың данлы шәхестәренә иғтибарлы булырға бурыслыбыҙ.
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад