1 майға Өфөлә хәрби мемориалдар тәртипкә килтерелергә тейеш
Еңеүҙең 80 йыллығына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Өфөлә һәйкәлдәрҙе һәм обелисктарҙы төҙөкләндереү эштәре башланды. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, ҡала биләмәһендә мемориалдар ҡуйылған 228 урын бар. Уларҙың 35-ендә төп эштәр алып барыла, ҡалғандары буйынса эштәр 1 майға тамамланырға тейеш.
«Радий Фәрит улы үткән оперативкала Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған мемориалдарҙы, һәйкәлдәрҙе һәм обелисктарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты. Өфөгә ҡарата киҫәтеүҙәр булды», — тине Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Билдәле булыуынса, Өфөлә ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре «Сергиев зыяратында» һәм «Төньяҡ»та туғандар ҡәберлегендә һәйкәлдәрҙе ремонтлау менән шөғөлләнә, шулай уҡ ветерандарҙың мемориаль таҡтаташтарын яңырта. Шулай уҡ Өфө парктарында һәм скверҙарында стилләштерелгән сәскә түтәлдәре яһала. Еңеү паркына айырым иғтибар бүленә.