Башҡортостан Башлығы «бал» тармағына ярҙам тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «бал» тармағына ярҙам тураһында һөйләне. 2030 йылға тиклем беҙҙә умартасылыҡҡа ярҙам итеү буйынса махсус комплекслы программа (төрлө субсидиялар, гранттар, шулай уҡ бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү мөмкинлеге) эшләй, тип билдәләне ул.
«Бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү мөмкинлеге мөһим ярҙам сараһы булып тора. Бының өсөн етенсе йыл рәттән республика райондарына Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының күсмә модулен ебәрәбеҙ, — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Быйыл лаборатория Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй, Нуриман, Мишкә, Борай, Салауат райондарында эшләне. Башҡа муниципалитеттарҙың умартасылары ла материалдарын тикшертергә килтерҙе. Анализға бөтәһе 11 меңгә яҡын проба алынды. Бал ҡорттары өсөн генә бына шундай үҙенсәлекле «сәләмәтлек поездары». Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы төбәге статусын нығытһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ».