Башҡортостандың матбуғат агентлығы етәксеһе китап алырға саҡырҙы23.04.2025

Башҡортостандың матбуғат агентлығы етәксеһе китап алырға саҡырҙы

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә милли баҫмалар һәм республика яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышырға саҡырҙы.


Республикабыҙҙа донъя күргән китаптарҙы Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстанда, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Ҡырғыҙстанда, Үзбәкстанда һәм башҡа сит илдәрҙә лә һатып алалар, тип билдәләне ул.


«Бөгөн Бөтә донъя китаптар һәм автор хоҡуғы көнө — «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына барып, ҡыҙыҡлы, сағыу йыйынтыҡтар алыу өсөн яҡшы һылтау. Был урынды Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең йөрәге тип атарға мөмкиндер, моғайын. Әйткәндәй, 2024 йылда ул дөйөм тираж күләме буйынса Рәсәйҙең алдынғы 50 нәшриәте иҫәбенә инде. Федераль һәм республика кимәлендә 16 награда яуланы. Икенсе йыл рәттән «Китап» «Башҡортостандыңиң яҡшы йөҙ тауары» һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары» билдәһенә эйә булды», — тип яҙа Ульчев.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-23/glava-agentstva-pechati-bashkirii-priglasil-zhiteley-za-knigami-4209816



Вернуться назад