Республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәрҙе арттырыу планлаштырыла23.04.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәрҙе арттырыу планлаштырыла

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырыу планлаштырыла. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика хөкүмәтенең резерв фондынан тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәрен бөтөрөү буйынса айырым сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә бюджет ассигнованиеларын бүлеү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү проектын әҙерләне. Документ ведомствоның сайтында баҫылған.


Әйтәйек, граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 15 000 һумдан 15 675 һумға тиклем арттырыла. Тәү сираттағы кәрәк-яраҡты өлөшләтә юғалтҡанда 75 000 һум урынына — 78 375 һум, тулыһынса юғалтҡан осраҡта 150 000 һум урынына 156 750 һум түләргә тәҡдим ителде. 


Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында һәләк булған кешенең туғандарына түләү күләмен 1,5 миллион һумдан 1 567 500 һумғаса арта. Сәләмәтлеккә еңелсә зыян килгән осраҡта 300 меңдән 313,5 мең һумға еткерелә. Һаулыҡҡа ауыр зыян килһә, 600 меңдән 627 мең һумға тиклем арттырыу планлаштырыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-23/v-bashkirii-planiruyut-uvelichit-razmery-vyplat-postradavshim-pri-chs-4209419



Вернуться назад