Японияны һынайҙар, ахыры…21.06.2012
Япон халҡына һуңғы йылдарҙа бәлә-ҡаза күктән яуған һымаҡ тойола башланы. Кисә, мәҫәлән, уның төньяҡ-көнсығыш райондарына “Гучол” тип исемләнгән тайфун ябырылды. Секундына 40 метр тиҙлек менән иҫкән ел үҙе менән ғәрәсәт тә алып килгән.
Йөҙҙән ашыу йорт һыу аҫтында, 300 меңдән ашыуы электрһыҙ ҡалған. Поездар туҡтатылған, аэропорттарҙа барлыҡ рейстар кисектерелгән. Ҡаза күргән райондарҙан 150 меңдән ашыу кешене хәүефһеҙ ергә күсерә башлағандар. Ғәрәсәт ошо көндәрҙә кәмер тип өмөтләнә япондар, ләкин шатланырға иртәрәк әле. Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендә “Талим” тип исемләнгән тайфун ҡотора. Ул да Япония яғына юлланған.