Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана
Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана. Шаршамбы, 23 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24°, төньяҡта +12, +17°.
Кесаҙна, 24 апрелдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел төньяҡтан, һуңынан көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +21, +26°.
Йома, 25 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыу, күк күкрәүе мөмкин. Ел көньяҡтан, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +17, +22°.