Яҡташыбыҙ Светлана Шевцова «Мисс Азия донъя - 2025» гран-прийын яуланы
13 апрелдә Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Miss and Mrs Asia Univesal 2025 халыҡ-ара матурлыҡ, нәзәкәтлек һәм уңыш конкурсының финалы үтте. «Мисс Азия донъя 2025» гран-прийына Өфө моделе һәм эшҡыуар ханым Светлана Шевцова лайыҡ булды.
Конкурс бер нисә этапта ойошторолдо. Өфө һылыуҡайының видеопрезентацияһы иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләнде. Уның өсөн Светлана Best Introduction дипломын алды. Ҡатнашыусыларҙың сәхнәгә киске күлдәктәрҙә сығыуы конкурстың иң сағыу мәле булды.
Светлана Шевцова гүзәллек һәм талант конкурстарында еңеүҙәр һаны буйынса ике тапҡыр рекорд ҡуйҙы. Уның ҡаҙаныштары Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелде, ул донъя рекорды ла ҡуйҙы. Әле яҡташыбыҙҙың коллекцияһында Рәсәй һәм донъя кимәлендәге 45 таж бар. Светлананы Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһау өсөн төрлө халыҡ-ара конкурстарға саҡыралар.
«Бындай тәҡдимдәр минең өсөн ҡыҙыҡлы, сөнки миңә тыуған Башҡортостаныбыҙ, уның мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырырға ярҙам итәләр», — ти әңгәмәсебеҙ.