Башҡортостанда 800-ҙән ашыу майҙансыҡта «Еңеү диктанты»н яҙалар22.04.2025

Башҡортостанда 800-ҙән ашыу майҙансыҡта «Еңеү диктанты»н яҙалар

25 апрелдә Рәсәй төбәктәрендә һәм тиҫтәләгән сит илдәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Еңеү диктанты» тарихи акцияһы ойошторола. Башҡортостанда акция 800-ҙән ашыу майҙансыҡта үткәрелә. Быйыл үҙенсәлекле майҙансыҡтарҙың береһе – Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорты.


Акцияла ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бына нисәнсе йыл бар донъяла миллионлаған кеше «Еңеү диктанты»на ҡушыла. Бер сәғәт эсендә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары тураһында 25 һорауға тиҙ генә дөрөҫ яуап бирергә тейеш.


Акцияны Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойоштора.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-22/v-bashkirii-diktant-pobedy-napishut-na-bolee-chem-800-ploschadkah-4208588



Вернуться назад