Республикала йәнә магнит дауылдары көтөлә22.04.2025
Фото: Рәсәй Фәндәр академияһының Ҡояш астрономияһы лабораторияһы

Республикала йәнә магнит дауылдары көтөлә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә көслө магнит дауылдары хаҡында иҫкәртәләр. Рәсәй Фәндәр академияһының ҡояш астрономияһы лабораторияһы мәғлүмәттәре буйынса, ул 22 апрелдә кискә ҡарай башлана. Ерҙе G1 класлы магнит дауылы көтә. Ә 23 апрелдә уның G2 кимәленә етеүе (6 балл) фаразлана.


Метеоһиҙгер кешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы булырға тейеш. «Хәүефле» көндәр тураһында алдан белеү һәм уларға әҙерләнеү яҡшыраҡ: туйғансы йоҡларға, файҙалы ризыҡтар ашарға, ә кофе йәки сәй урынына күберәк таҙа һыу эсергә кәрәк. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-22/zhiteli-bashkirii-vnov-oschutyat-vliyanie-magnitnyh-bur-4208751



Вернуться назад