Красноярск крайында урман яна21.06.2012
Себер федераль округында урман янғындары ҡотора. Һуңғы тәүлек эсендә улар тағы ла күберәк майҙанға таралған һәм 2,1 мең гектарҙан 8,9 меңгә еткән. Әле бында 102 янғын теркәлгән, шуларҙың уны 4,55 мең гектар майҙанды биләй.
Янғындарҙың күпселеге Красноярск крайында сыҡҡан. Бында 69 урман янғыны ҡотора. Һуңғы тәүлек эсендә уларҙың 30-ын һүндерә алғандар. Хәлде яҡшыртыу маҡсатында крайҙың 12 районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Әлегә халыҡҡа урманға сығыу тыйыла, сөнки янғындарҙың күбеһендә кешеләр ғәйепле.


Вернуться назад