Башҡортостан энтузиастары легендар ГАЗ-69 автомобилен Еңеү парадына әҙерләй21.04.2025
Фото: Хәйбулла районы хакимиәтенең телеграм-каналы

Башҡортостан энтузиастары легендар ГАЗ-69 автомобилен Еңеү парадына әҙерләй

Хәйбулла районының Фёдоровка ауылы энтузиастары легендар ГАЗ-69 совет автомобилен ремонтлай. Муниципалитет хакимиәте хәбәр итеүенсә, «Таяныс» клубы ағзалары раритет техниканы Еңеү парадына әҙерләй.


Ауыл халҡы кузовты тутыҡтан таҙарта, слесарҙар двигателде ремонтлай. Был эштә үҫмерҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша – инструменттар биреп тора, ваҡ-төйәк йомоштарҙы үтәй.


«Атайҙар улдарын техника менән эшләргә өйрәтә һәм байрамдың мөһимлеге тураһында һөйләй. Еңеү көнөнә бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды, әммә барыһы ла машинаның парадҡа әҙер булырына ышана», – тип хәбәр итә урындағы хакимиәт социаль селтәрҙә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-21/entuziasty-iz-bashkirii-podgotovyat-k-paradu-pobedy-legendarnyy-gaz-69-4206724



Вернуться назад