Республиканың туғыҙ муниципалитеты йылытыу миҙгелен тамамланы
Башҡортостандың туғыҙ муниципалитеты йылытыу миҙгелен тамамланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.
Голованова әйтеүенсә, бөгөнгә Өфө, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, шулай уҡ Благовещен, Йәрмәкәй, Ишембай, Мәләүез һәм Миәкә райондары йылытыу осорон тамамлау тураһында ҡарар ҡабул иткән.
«Йәнә 10 муниципалитет был аҙнала тамамларға ниәтләй. Май байрамдарына көндәрҙең һалҡынайтыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Муниципалитеттарға әлегә насостарҙы һүндермәҫкә һәм гидравлик һынауҙарҙы башламаҫҡа кәңәш бирәм», — тине Ирина Голованова.
Республика Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын иғтибарлы булырға саҡырҙы.
«Һәр муниципалитет йылытыу миҙгелен тамамлау ваҡытын үҙе билдәләй. Ҡарар ҡабул итегеҙ һәм халыҡҡа еткерегеҙ. Көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булығыҙ, сөнки һауа торошо үҙгәреп тора», — тине Радий Хәбиров.