Имтиханды 1330 бала тапшыра алманы21.06.2012
Башҡортостанда математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 25 733 бала тапшырҙы, шуларҙың 1330-ы (5,16 проценты) иң түбән кимәлде үтә алманы. Былтыр, мәҫәлән, 668 сығарылыш уҡыусыһы “икеле” алғайны. Төбәктә 100 балға тиң һөҙөмтә юҡ. Уртаса күрһәткес — 49,36 балл (былтырғыға ҡарағанда 6,14-кә аҙыраҡ).
Апелляцияға биргәндән һуң һөҙөмтәләрҙең үҙгәреүе ихтимал. Ул бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-нән 6-ға тиклем һәм 22 июндә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) үткәрелә.
Әйткәндәй, математика һәм урыҫ теле — Берҙәм дәүләт имтиханында мотлаҡ фәндәр. Уларҙың һөҙөмтәһе аттестат алыуға йоғонто яһай.


Вернуться назад