Сибайҙа ирле-ҡатынлы Усмановтар «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһендә 80 ҡарағай ултыртҡан
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар йыл һайын тиерлек Сибайҙа урынлашҡан «Урал аръяғы» шифаханаһында ял итә. Уҙған көҙ һаулыҡтарын нығытҡан мәлдә улар шифахана директоры Ратмир Айҙар улына учреждение биләмәһенә ағас ултыртырға вәғәҙә бирә.
Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар — Сыңғыҙҙа тау битен кәртәләп, меңдән ашыу ағас ултыртҡан замандаштарыбыҙ. Улар йыл һайын үҙ теләктәре менән Һаҡмар йылғаһы буйын таҙалауҙары менән дә маҡтаулы.
Вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөгөн улар ҡыҙҙары Рәмилә, кейәүҙәре Фәрит, ҡоҙағыйҙары Миңнур Моратовтар менән берлектә «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһенә 80 төп ҡарағай ултыртты.
— Улыбыҙ һәм Әбйәлил районындағы ҡоҙабыҙ Әнисәр Килдейәров үҫентеләр табып бирҙе. Вәғәҙә — иман тип, бөгөн вәғәҙәмде үтәп ҡуйҙым. Мине берәү ҙә көсләп эшләтмәй, ҡушмай ҙа, түләмәй ҙә. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөйөм. Бер аҙ булһа ла тәбиғәтте һаҡлауға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Барса кеше ағас ултыртһа, тирә-яҡты таҙалауға, сүпләмәүгә ыңғай ҡараһа һәм үҙ өлгөһөндә йәштәргә үрнәк күрһәтһә, донъябыҙ күпкә күркәм булыр ине. Кемдәндер көтөп ятырға кәрәкмәй, был ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ йәшәй. Был ер үҙебеҙгә кәрәк, — ти 76-сы йәш менән барыусы Фәйзрахман Усманов.
Улар ағас ултыртып ҡына ҡалмай, элек шифахана хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан ағастарҙы тәрбиәләп, ҡороғандарын бысып, урынына яңы йәш үҫентеләр ултыртып киткәндәр.