Өфө мэры йылытыу миҙгеленең тамамланыуын хәбәр итте21.04.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Өфө мэры йылытыу миҙгеленең тамамланыуын хәбәр итте

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 21 апрелдә йылытыу миҙгеленең тамамланыуы тураһында белдерҙе.


«Бөгөн йылытыу миҙгелен тамамлайбыҙ. Барлыҡ хеҙмәттәргә лә ойошҡанлы эш өсөн рәхмәт! Ҡала штабы киләһе ҡышҡы осорға әҙерлек эштәрен башлай», — тип яҙа ҡала етәксеһе.


Йылылыҡ менән тәьмин иткән ойошмаларға бының өсөн тейешле саралар күрергә ҡушылды.


Бынан алдараҡ Башинформ БашРТС-тың йылытыу миҙгелен тамамларға әҙер булыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-21/mer-ufy-soobschil-o-zavershenii-otopitelnogo-sezona-4205894



Вернуться назад