Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә18.04.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә

Салауат районында «Иркен һулыш» глэмпинг-паркы төҙөлөшө дауам итә. Ул «Янғантау» геопаркы эргәһендә урынлашҡан. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында яңы глэмпингтың мөмкинлектәре менән танышты.

«Азатлыҡ — асыҡ курорт» йәмғиәте директоры Дмитрий Масков глэмпингта бөтәһе 84 урынлыҡ 28 торлаҡ модуле буласағын һөйләне. Шулай уҡ 50 урынлыҡ панорамалы ресторан, йога менән шөғөлләнеү өсөн модуль, Sky Spa тәьҫораттар мунсаһы, инфинити бассейны, йәйге кинотеатр, балалар һәм волейбол майҙансыҡтары, визит-үҙәк төҙөлә. Масков әйтеүенсә, Рәсәйҙә был – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн беренсе глэмпинг. Улар өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән «Сикһеҙ мөмкинлектәр өлкәһе» йорто төҙөлә. Проектлауҙа пандустар, юлдарҙың киңлеге, Брайль шрифты менән визуаль күрһәткестәр иҫәпкә алынған, инвалид коляскаларында йөрөү өсөн ишек уйымдары киңәйтелгән, тупһаһыҙ киңлектәр булдырылған, махсус санузелдар эшләнгән.


Проектҡа инвестициялар күләме 180 миллион һумға баһалана. Әлеге ваҡытта объекттың әҙерлек кимәле — 70%. Объектты тулыһынса 2025 йылдың июнь уртаһында сафҡа индереү планлаштырыла.


Дмитрий Масков глэмпинг-паркка инеү юлын төҙөргә кәрәклеген билдәләне. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һүҙҙәренсә, Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Өнкөрҙө төбәк юлына тоташтырыу тураһында һөйләшеп килешелгән.


Радий Хәбиров республиканың транспорт министрлығына тейешле йөкләмәләр бирәсәген һәм юлды киләһе йылда төҙөйәсәктәрен белдерҙе.


«Республикала туристар өсөн яңы урындар әүҙем төҙөлә, был беҙҙә киң таралған йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беренсенән, уларҙы төҙөүе еңел, икенсенән, модулдәрҙе капиталь төҙөлөш тыйылған биләмәләрҙә лә ҡорорға мөмкин. Бында беҙ инвесторҙар менән оҙаҡ ҡына эшләнек. Урындағы инвесторҙар түгел, Башҡортостандан ситтән инвесторҙарҙың килеүе бик ҡыуаныслы. Уларҙың пландары ҙур — ярҙам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-18/v-bashkirii-stroyat-pervyy-v-rossii-glemping-dlya-lyudey-s-ovz-4203955



Вернуться назад