Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне
Белорет районы Советы депутаттары бөгөн Азат Хәкимовты хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләне. Район хакимиәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар. Район башлығы вазифаһына конкурста хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлиянова һәм башлыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий Точилкин ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Азат Хәкимовтың март аҙағында муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр иткәйне. Быға тиклем ул Өфөнөң Октябрь районы етәксеһенең беренсе урынбаҫары булды.