Махсус операция башланды21.06.2012
18 июндә Өфөлә тағы “Штраф” операцияһы башланды.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең штраф буйынса бурысы булыу-булмауын тикшерәсәк. Әйткәндәй, бурыс 30 көн эсендә түләнергә тейеш. Кире осраҡта автомобиль хужаһына икеләтә күберәк түләргә тура киләсәк. Хатта 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ла ихтимал.
— 14–23 майҙа үткәрелгән “Штраф” операцияһы барышында 256 тәртип боҙоусы асыҡланды, шуларҙың икәүһе ҡулға алынды, — ти Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ инспекторы Ләйсән Исламғәлиева. — Түләтелгән штрафтың дөйөм күләме 1 миллион 537 мең һумдан ашыу тәшкил итте.