Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә
Башҡортостанда бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо фаразлана. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 18 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Төндә һауа температураһы +1 +6, ә көндөҙ +15-20 градус.
Шәмбе, 19 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ иһә +16, +21 градус.