Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды
Архангел районы хакимиәте башлығы бойороғо менән ғәҙәттән тыш хәл режимы туҡтатылды. 19 мартта Аҙау ауылын һыу баҫыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгәйне. Халыҡты эвакуациялауға тура килде, Тәүәкәс ауылында ла ошондайыраҡ хәл күҙәтелде.
Бынан алдараҡ Башинформ был ауылдарҙы нисек тергеҙеүҙәре хаҡында яҙғайны.