Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы
17 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» телепроекты коллективы менән осрашты. 2025 йылдың апрелендә программаның меңенсе сығарылышы эфирға сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан юлдаш телеканалында 2018 йылдың ноябрендә старт алды. Ул тамашасыларға Башҡортостан Башлығының республика буйлап эш сәфәрҙәренең мөһим мәлдәрен күрһәтә. Программаның форматы – документаль телевизион жанрын берләштергән репортаж. Аҙнаһына дүрт тапҡыр – шишәмбе, кесаҙна, шәмбе көндәрендә киске сәғәт 10-да һәм йәкшәмбе көндәрендә 10-сы 15 минутта эфирға сыға.
Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһына профессионализм, фиҙакәрлек өсөн рәхмәт әйтте һәм программаның үҙенсәлекле стилен билдәләп үтте.
– Уның төп йөкмәткеһе – урындарҙағы эшебеҙ, реаль аралашыу. Иң мөһиме, тапшырыу халыҡҡа беҙҙең ҡуйған бурыстар тураһында мәғлүмәт бирә, республика командаһының уларҙы нисек хәл итеүе хаҡында һөйләй. Был бик мөһим, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Һәр сығарылыш өҫтөндә мөхәррирҙәр, журналистар, операторҙар, монтажсылар эшләй. Һеҙ намыҫлы эшегеҙ менән тамашасыларҙың ышанысын яуланығыҙ.
Башҡортостан Башлығы телепроектты камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк тигән теләктәрен еткерҙе.