Ришүәт алғанһың икән, арттырып түлә21.06.2012
Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығының етештереү бүлегендә эшләүсе баш белгескә ришүәт алғаны өсөн хөкөм язаһы сығарылған.
Ул былтыр февралдә Шаран районындағы Йәштәр үҙәге һәм мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре тамамланыу тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыр өсөн төҙөлөштө алып барған ойошма директорынан 560 мең һум аҡса һораған. Ойошма етәксеһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Аҡсаны тапшырған мәлдә баш белгесте ҡулға алғандар. Суд уны шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм иткән һәм 1 миллион 120 мең һумлыҡ штраф түләтергә (ришүәткә һоралған аҡсанан ике тапҡырға күберәк) ҡарар сығарған.


Вернуться назад